Дыуан районында 17 йәшлек пассажир һәләк булған юл-транспорт осрағы буйынса енәйәт эше асылған

Алдараҡ хәбәр ителеүенсә, 29 сентябргә ҡарай төндә 14-се модель «ВАЗ» автомобилендә өс иптәшен ултыртҡан 20 йәшлек водитель юлда йөрөгән ике ҡолон менән бейәне бәрҙерә. Авария һөҙөмтәһендә  салонда ултырған 17 йәшлек егет ваҡиға урынында һәләк була.

17 һәм 18 йәштәрҙәге ике ҡыҙ менән менән 18 йәшлек егет дауаханаға оҙатыла. Әле ҡыҙҙарҙың береһе дауаханала ҡала, икенсе ҡыҙ менән егет медицина ярҙамы күрһәтелгәс, өйҙәренә ҡайтарылған. Водителдең руль артына эскән килеш ултырыуы билдәле, ваҡиға томан шарттарында булған. Осраҡ буйынса тәфтишселәр экспертиза тәғәйенләгән, ваҡиға шаһиттарынан һорау алыу бара.

Фото №1 - Дыуан районында 17 йәшлек пассажир һәләк булған юл-транспорт осрағы буйынса енәйәт эше асылған

Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ