Өфөлә – Аксаков көндәре

Мәҙәни форум Башҡортостан ерлегендә өс тиҫтә йыл дауамында ойошторолоп килә. Быйыл ул Өфөнөң тәүге губернатры Григорий Сергеевич Аксаковтың тыуыуына 200 йыл тулыуға арналды. Был хаҡта тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Халыҡ-ара Аксаков көндәре йәмәғәт тормошонда мөһим урын алып тора. Байрамды беҙ яҡташыбыҙ, билдәле яҙыусы Сергей Тимофеевич Аксаков һәм уның ғаиләһенә хөрмәт һәм ихтирам билдәһе тип ҡабул итәбеҙ. Улар бөтәһе лә тыуған еренең патриоттары булған. Байрам Сергей Тимофеевич Аксаков менән Александр Пушкин һәйкәлдәренә гөлләмә һалыуҙан башланды.

Ҡыҙыҡлы саралар, экспедициялар ойошторабыҙ. Тиҙҙән Ырымбур менән Һамарға барасаҡбыҙ. Һамарҙа ҡала губернаторы Григорий Аксаковҡа һәйкәл асыласаҡ һәм «Ал сәскә» скверы төҙөлөп бөтәсәк.

Вячеслав Аброщенко, Рус география йәмғиәте рәйесе урынбаҫары, Аксаков фонды ағзаһы

Сергей Тимофеевич Аксаковтың йорт-музейында «Григорий Аксаков-өс Рәсәй губернаһы губернаторы» төбәк-ара күргәҙмәһе асылды. Билдәле яҙыусының улы оҫта етәксе булыуҙан тыш, административ һәм хоҡуҡи өлкәне лә уңышлы алып барған, Өфө гүбернаһында 1865-1867 йылдарҙа губернаторлыҡ иткән, дәүләт хеҙмәтенә юғары квалификациялы белгестәр йәлеп иткән.

Григорий Сергеевич Аксаков Санкт-Петербургта юғары император уилищеһын тамамлаған. Был уҡыу йортон Николай беренсе асҡан һәм Рәсәй империяһына тоғро һәм намыҫлы хеҙмәт иткән губернаторҙар,министрҙар әҙерләгән. Абруйлы уҡыу йортоноң тәүге сығарылышы студенты Григорий Аксаков.

Татьяна Петрова, Аксаков йорт-музейы өлкән ғилми хеҙмәткәре

Аксаковтар ғаиләһендә Анна-Тютчева Аксакова яҙмышы һәм биографияһы ла мөһим урын алып тора. Европала белем алған, батша Александр 2 һарайында  фрейлина була. Нәзәкәтле һәм тәрбиәле ханым Григорийҙың ҡустыһы Ивандың хәләле. Күргәҙмәлә уның һирәк фотоһүрәттәре, әҙәби мираҫы һәм хәтирәләре урын алған. Бынан тыш, билдәле рәссамдарҙың «Рәсәйҙә Аксаков урындары» күргәҙмәһе менән танышырға мөмкин. Аксаков йорт-музейы һәм Швейцарияның EIchelmandli нәшриәт йорто менән берлектә нәшер ителгән»Аксаковтың һунар тураһында» хәтирәләр һәм күҙәтеүҙәр китабының исем туйы ла ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Аксаковтар ғаиләһе ҡалдырған әҙәби, мәҙәни, рухи мираҫ бөгөн дә баш ҡалабыҙ һәм төбәктең ижтимағи-сәйәси тормошонда мөһим урын алып тора. Дәүләт хеҙмәте һәм етәкселек эшендә айырыуса уңыш ҡаҙаныусыларға Григорий Аксаков исемендәге орден тапшырыла. Ул губернаторлыҡ иткән осорҙа төҙөлгән Мариинка гимназияһы алдынғы мәғариф учреждениеларның береһе, губернатор йортонда һаулыҡ һаҡлау министрлығы урынлашҡан. Аксаковтар ғаиләһе, ысын мәғәнәһендә тыуған илеңә намыҫлы һәм тоғро хеҙмәт итеү өлгө булып тора.

Григорий Сергеевич Аксаков губернаторлыҡ иткән осорҙа Өфөлә күпләп административ һәм сауҙа биналары, гимназия, приюттар төҙөлә. Ҡаты ҡуллы етәксе юғары вазифа биләүсе чиновниктарҙан да ғәҙеллек һәм намыҫлы эш талап итә. Идара итеү системаһын да төбө-тамырынан үҙгәртеп ҡора.

Гүзәл Борханова.