Бөгөн республикала матбуғат баҫмаларына ташлама менән яҙылыуҙың ун көнлөгө башланды

Ул 11 октябргә тиклем дауам итә. Үҙәк баҫмаларға хаҡтар 10 процентҡа түбән булһа, республика гәзит-журналдарына 15 процентҡа арзаныраҡ яҙылырға мөмкин.

Мәҫәлән, «Башҡортостан ҡыҙы» журналына ярты йылға яҙылыу хаҡы 565 һум 14 тин. Баҫманы дуҫтарға, туғандарға бүләк итеп яҙҙырырға ла мөмкин. Алдағы йылға яҙылып, квитанцияһын ебәреүселәр араһында журнал коллективы лотерея ярҙамында бүләктәр уйната.