Әле эшселәр икенсе ҡатлам асфальт һала. Объектта эштәр былтыр башланған. Көн һайын бында 30 кешенән торған бригада һәм 10 берәмек техника эшләй. Тиҙҙән эшселәр юл ситенә таш түшәү, юл билдәләре һәм разметкалар ҡуйыуға тотонасаҡ.
Яланшишмә менән Васильевка ауылдарын тоташтырасаҡ юл Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса алып барыла. Былтыр республика етәксеһенең төбәккә эш сәфәре барышында район халҡы ошо проблеманы күтәргәйне. Сөнки яҙлы-көҙлө ҡырсынташ автоһәүәҫкәрҙәргә ҙур ауырлыҡ тыуҙырған. Төҙөлөшкә 90 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған.
Гөлдәриә Йосопова.




