Башҡортостан социаль маҡсатлы программалар фонды геологик эҙләнеүҙәр өсөн сығымдарҙы ҡаплай. Геологик эҙләнеүҙәргә нигеҙләнеп күпер проектланасаҡ. Проект дәүләт экспертизаһын үтә. Һөҙөмтә тикшереүҙән һуң билдәле буласаҡ.
Быраулау һәм ер өлгөләрен алыу эштәре аҙна аҙағына тиклем дауам итәсәк, тип белдерә геологтар. Күперҙе төҙөү нөктәһен билдәләгәндән һуң, смета иҫәпләп сығарыласаҡ, һуңынан проект буйынса техник мәсьәлә хәл ителәсәк. Был эш декабрь аҙаҡтарына тамамланырға тейеш. Экспертиза һөҙөмтәләре 2021 йылдың сентябренән әҙер булыр тип күҙалллана.
Гүзәл Борханова.




