Яңы уҡыу йылында Башҡортостан мәғариф учреждениеларында 42 «Үҫеш нөктәһе» үҙәге асылды

«Мәғариф» милли проекты сиктәрендә Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылы мәктәбе лә заманса техник ҡорамалдар менән йыһазландырылды. Бөгөн белем усағында 173 бала уҡый, улар өсөн 3Д-моделләштереү, программалау, квадракоптер менән идара итеү, беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса кластан тыш өҫтәмә дәрестәр ойошторола башланы. Проект сиктәрендә мәктәптең «Технология» кабинетының матди-техник базаһы нығытылған, косметик ремонт уҙғарылған. «Үҫеш нөктәһе» үҙәгендә эшләүгә биш уҡытыусы квалификация күтәреү курстарын үткән.

Уҡыусылар хәҙер конструкторҙар йыйып, проект эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Дәрестәрҙә уларҙың ижади һәләттәрен асыу, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә баҫым яһала. Педагогтар интеллектуаль уйындар буйынса район-республика кимәлендә призерҙар әҙерләү маҡсаты менән яна.

Фото №1 - Яңы уҡыу йылында Башҡортостан мәғариф учреждениеларында 42 «Үҫеш нөктәһе» үҙәге асылды

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ