Мәләүез районында инвалидтар араһында «ИнваФест» спорт фестиваленең беренсе этабы тамамланды

Пауэрлифтинг һәм гер спорты буйынса ярыштарҙа бөтә республиканан 100-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Гер спортында 1-се урынды Мәләүез районы вәкилдәре яуланы.

Икенсе һәм өсөнсө баҫҡыстарҙа Күмертау һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары спортсылары. «ИнваФест» фестиваленең икенсе этабы Өфөлә үтә. Ойоштороусылар дартс һәм өҫтәл теннисы буйынса ярыштар уҙғарырға ниәтләй.

Фото №1 - Мәләүез районында инвалидтар араһында «ИнваФест» спорт фестиваленең беренсе этабы тамамланды
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ