Радик Юлъяҡшин Башҡортостан Башлығының мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде

Был вазифаны ул йәмәғәт башланғысында башҡарасаҡ. «Ул йәштәр мөхитендә башҡорт мәҙәниәтен пропагандалау өсөн күп эшләй, бик популяр, хәҙер ул беҙгә ныҡ ярҙам күрһәтә, шуға ошондай ҡарар ҡабул иттем», – тине республика Башлығы оператив кәңәшмәлә. Ултырышта шулай уҡ туған телде үҫтереүгә бәйле мәсьәләләр ҙә ҡаралды.

Атап әйткәндә, алтаҡталарҙағы хаталарҙы төҙәтеү, ер атамаларын дөрөҫ яҙыу эшен етди контролгә алыу бурысы ҡуйылды.

Айнур Кәбиров.