Донъяла эпидемиологик хәл ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, мәктәп стеналарында уҡытыу процессы дауам итәсәк. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бер төркөм уҡытыусылар менән осрашыуҙа билдәләне. Бөгөн һөнәри байрамдары уңайынан талантлы педагогтарға юғары дәүләт наградалары тапшырылды. Тантананан хәбәрсебеҙ Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
География фәне уҡытыусыһы Юнир Ғарифуллин Ишембай кадеттары менән һәр ваҡыт бер тулҡында. Илдең төрлө төбәгенән йыйылған егеттәрҙә ул Башҡортостанға, башҡорт теленә, тарихына һөйөү тәрбиәләй. Поход-экскурсияларға йөрөтә, эҙәрмәнлеккә әйҙәй. Ҡаланың энциклопедияһы һәм атласын булдырыуға ла индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Юнир Ғарифуллин хәҙер Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ. Юғары дәүләт наградаһын ул республика башлығы ҡулынан алды. Һөнәри байрам көнөндә тәбрикләнеү – икеләтә ҡыуаныслы.
«Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемгә тағы ла туғыҙ педагог лайыҡ булды. Республика башлығы Радий Хәбиров остаздарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, көслө киләсәк быуын тәрбиәләүгә индергән өлөштәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Телсе булһынмы, физик культура, хеҙмәт дәрестәре уҡытыусыһымы – барыһы ла мәғарифтан айырылғыһыҙ. Хеҙмәт кенәгәһендә лә тик бер генә яҙыу – һөнәргә тоғролоҡ билдәһе.
Республика башлығы Радий Хәбиров ауыл ерендә эшләгән йәш белгестәргә 690-ар мең һумлыҡ грант та тапшырҙы. Быйыл был матди ярҙамды 150 уҡытыусы ала.
Ковид-19 инфекцияһы таралыуға бәйле яҙғыһын республика белем усаҡтары дистанцион форматта эшләне. Онлайн-дәрестәр уҙғара башлау – үҙенә күрә оло һынауға әйләнде. Хәйер, сентябрҙән балалар парта артына ултырҙы. Оҙаҡҡамы? Барыһы ла илдәге эпидемиологик хәлгә бәйле.
Ошо маҡсатта республикала һаулыҡ һаҡлау өлкәһен нығытыу маҡсаты ҡуйылған. Сир менән көрәш дауам итә. Шул уҡ ваҡытта уҡытыусыларҙың йөҙөндә йылмайыу – иртәгә улар йәнә үҙ кабинеттарында уҡыусылары алдында сығыш яһаясаҡ.
Коронавирус пандемияһына бәйле иҡтисади шарттар ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, мәктәп,балалар баҡсалары, юғары уҡыу йорттарына иғтибар кәмемәйәсәк. Радий Хәбиров 2024 йылға республика мәғариф системаһын Рәсәй кимәлендә иң яҡшыһы итеп танытыу яҡлы.
Гөлназ Хәйбуллина.




