Йәрмәкәй районы үҙәгендә яңы балалар уйын майҙансығы барлыҡҡа килде

Ул «Башҡорт ихатаһы» программаһы сиктәрендә төҙөлгән. Майҙансыҡта хәүефһеҙ резина ҡатлам түшәлгән, биләмә ҡойма менән уратып алынған, яҡтыртыу ҡорамалдары, эскәмйәләр менән йыһазландырылған. Төҙөлөш эштәре быйыл майҙа башланған, объект ҡыҫҡа ваҡыт эсендә файҙаланыуға тапшырыла. Хәҙер был балалар уйын майҙансығы районда иң ҙуры һанала.

Йәрмәкәй ауылында күп фатирлы егерме йорт иҫәпләнә. Һуңғы ике йылда ете ихатаның дүртәүһе республика программаһы буйынса төҙөкләндерелгән. Заманса йыһазландырылған спорт майҙансығы булдырыла. Урындағы халыҡ үҙгәрештәрҙе ҡыуанып ҡаршылай. Улар үҙҙәре лә граждандар сходында әүҙем ҡатнашып, ауылда тормошҡа ашырыласаҡ проекттарҙы билдәләй.

Фото №1 - Йәрмәкәй районы үҙәгендә яңы балалар уйын майҙансығы барлыҡҡа килде

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ