Рәсәй йыйылма командаһы составында республиканан ике спортсы ҡатнашты. Уларҙың береһе Артур Зөлҡәрнәев. “Был иң еңел чемпионат булды, сөнки пандемия сәбәпле күп илдәр ярышҡа килмәне”, - ти спортсы.
Әле Башҡортостан делегацияһы Һамар ҡалаһына юл тота. Унда ошо көндәрҙә билбау көрәше буйынса Рәсәй чемпионаты уҙа. Артур Зөлҡәрнәев һөйләй.
Билбау көрәше буйынса Рәсәй чемпионаты 8 октябргә тиклем дауам итә.





