Уға ярашлы, нефть эшкәртеү заводында көкөрт етештереү линиялары төҙөләсәк.
Объект сафҡа индерелеү менән Евро-5, Евро-6 маркалы юғары сифатлы яғыулыҡ етештереүҙә барлыҡҡа килгән көкөрт һәм водородлы газды утилләштереү күләме артасаҡ. Үҙ сиратында һауаға ырғытылған зарарлы матдәләр ҙә шаҡтай кәмейәсәк. Инвестиция килешеүе буйынса «Башнефть» проектты финансларға һәм яңы производствола өҫтәмә эш урындары булдырырға тейеш. Технология линияһын 2023 йылдың майында файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.
Ултырышта ике яҡ араһында социаль мәсьәләләр, экология өлкәһендәге хеҙмәттәшлек, инвестиция проекттарының тормошҡа ашырылыуы тураһында фекер алышынды. Яҡтар даими эшләүсе комиссия һәм уның сиктәрендә ойошторолған эшсе төркөмдө һөҙөмтәле тип билдәләне.
Айнур Кәбиров.





