Әле майҙандарҙың 98 процентында эш теүәлләнгән. Был хаҡта республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе.
Бынан тыш, хужалыҡтар шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙыуҙы дауам итә. Баҫыуҙарҙың 56 процентында эш тамамланған, гектар ҡеүәте – 365 центнер. Татлы тамыр Шишмә һәм Раевка шәкәр заводында эшкәртелә.




