Әбйәлил районында республикала беренселәрҙән булып юғары технологик ферма проекты тормошҡа ашырылды. «Красная Башкирия» хужалығы өсөн роботлаштырылған система миллиард ярым һумға төшкән. Һауын һыйырҙары техникаға нисек өйрәнә һәм һөттөң сифатына роботлаштырыу нисек тәьҫир итә? Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Малдың тиреһен тырнарға, ашатырға һәм һауын һыйырҙарын һауырға... Эштәрҙең бөтәһен дә хужалыҡта роботтар башҡара. Фермалағы 400 баш һыйырҙың аҡыллы браслетты хәтерләткән муйынсалары бар. Улар малдарҙың туҡланыуын һәм йөрәк тибешен күҙәтә.
Ғәҙәттә, малдар «һауынсы-машиналар»ға күнекһен өсөн аҙнанан ашыу ваҡыт үтә. Һауыу блогында һыйырҙарға робот ваниль тәмен хәтерләткән аҙыҡ һибә. Малҡай туҡланғансы, аппарат елендәргә тоташтырыла һәм торбалар аша һөт дөйөм һауытҡа килә. Әммә һауын һыйырҙары һыйланырға бер-нисә тапҡыр килә алмай. Сенсорлы аппараттар һәм үлсәүҙәр малдың тән ауырлығын үлсәй һәм елене тулышмағпн осраҡта индермәй.Башта һыйырҙың елене йыуыла. Лазерҙар сканлағандан һуң ҡоролма елендәге имсәктәргә йүнәлтелә. Һауыу процессы 6 минут самаһы дауам итә. Һауын тамамланғас, йод һәм пар һиптерелә. Был еленде һаҡлау һәм дезинфекциялау өсөн үтәлә. 8 миллиграмм һөт анализ өсөн айырым һауытҡа эләгә һәм махсус таблоға һыйырҙың сәләмәтлеге торошо хаҡында мәғлүмәт яҙыла.
Бындай роботлаштырылған система кешеләр менән минималь контакт булдыра һәм малдар стресс кисермәй, был үҙ сиратында юғары сифатлы һөт алыу мөмкинлеге бирә. Оператор техниканы котролдә тотоу өсөн генә кәрәк.
Робот–һауынсы көнөнә 70 һыйыр һауа ала. Был хужалыҡта улар 6. Һәр һыйырҙың айырым һөт лимиты бар. Был хаҡта компьютерға ла билдәле. Әгәр ҙә һауын һыйырҙарҙың берәүһе генә һауынсы-робот янына килмәһә лә, система шунда уҡ был турала белгертә. «Красная Башкирия» хужалығында 400 баш һыйырҙан тәүлегенә уртаса 12 тонна һөт алына.
Гүзәл Борханова.




