Баймаҡ уҡытыусылары федераль программа буйынса эш башланы

Ауыл уҡытыусылары. Яңы уҡыу йылында Баймаҡ районы мәктәптәрендә ете уҡытыусы федераль программаһы буйынса эш башланы. Педагогтар менән БСТ каналының ижади төркөмө осрашты.

Инглиз теле уҡытыусыһы Гөлназ Ивлеева яңы уҡыу йылын Баймаҡ ҡалаһының беренсе мәктәбендә башлай. Быға тиклем ул Өфө ҡалаһында студенттарға белем бирә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул мәктәп уҡыусылары менән уртаҡ тел табыуға ирешә. Сығышы менән Йылайыр районы ҡыҙы хеҙмәт юлын дәүләт программаһы буйынса дауам итеүен бик урынлы тип һанай.

Алина Ғәниева иһә ауыл ерлегенә Учалы районынан килә. Ишмырҙа мәктәбендә ул балаларға рус теле һәм әҙәбиәте серҙәренә төшөндөрә. Бында йәшәү, уҡытыу шарттары айырыла, шуға ҡарамаҫтан ауыл уҡытыусыһы уҡыусыларға төплө белем бирергә тырыша.

Яңы уҡыу йылында Баймаҡ районы математика, инглиз, рус теле уҡытыусыларын ҡабул итте. Хәҙер мәғариф системаһында дәүләт программаһы ярҙамында белгестәргә ҡытлыҡ юҡ.

Районға йәш уҡытыусыларҙы ла йәлеп итеү эше әүҙем бара.Быйыл Өмөтбай ауылы уҡытыусыһы 600 мең һум күләмендәге республика грантын алыуға өлгәште. Мәғариф өлкәһенең кәрәкле белгестәр менән тулыланыуы һис шикһеҙ уҡыусылар белеменә, уларҙың өлгәшеүенә йоғонто яһаясаҡ.

Фото №1 - Баймаҡ уҡытыусылары федераль программа буйынса эш башланы

Әлфиә Хәмитова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ