Иң яҡшыларға – премия

Иң яҡшыларға – премия

Бөгөн республиканың башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусыларына аҡсалата бүләк тапшырылды. Межгорье ҡалаһынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миңленур Хәйбуллина Башҡортостан мәҙәниәте дәрестәрен дә алып бара. Туған телде тарихҡа бәйләп аңлатыу мөһим, тип иҫәпләй педагог. 

Иң яҡшыларға – премия
Фото №1 - Иң яҡшыларға – премия

Зөһрә Иҫергәкова икенсе тапҡыр премия ала. Ул Красноусол башҡорт гимназия-интернатында рус теле һәм әҙәбиәте уҡыта. Хеҙмәт стажы 35 йылдан ашыу. “Гимназияла һәләтле балалар белем ала, уларға юғары талаптар ҡуйыла”, - ти уҡытыусы.

Иң яҡшыларға – премия

Быйыл иң яҡшы башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусылары конкурсына 130-ға яҡын эш ебәрелгән. Комиссия 50 педагогтың эшен премияға лайыҡ тип тапҡан. “Киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә туған тел уҡытыусыларының өлөшө ҙур”, - тине Башҡортостан Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Иң яҡшыларға – премия

Башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусыларын дәртләндереүгә йүнәлтелгән премия 50 мең һум.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ