Октябрьскийҙа күп ҡатлы йорттар подъездары төҙөкләндерелә

Октябрьскийҙа  күп ҡатлы йорттар подъездары төҙөкләндерелә

Был эш Республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса башҡарыла. Быйыл ҡалала  27 йортта 81 подъезды тәртипкә килтереү планға ингән.

Фото №1 - Октябрьскийҙа  күп ҡатлы йорттар подъездары төҙөкләндерелә

Әле Горький урамында – 1, Свердлов урамында 2 йортта ағас тамбур ишектәре ҡуйылған, ағас тәҙрәләр пластикка алыштырылған, почта йәшниктәре яңыртылған, ингән урындар ремонтланған, баҫҡыстар буятылған. Ҡалала был йүнәлештә ремонт эштәре артабан да дауам итә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ