Радий Хәбиров коронавирусты иҫкәртеү һәм сикләү буйынса оператив штаб ултырышында сығыш яһаны

Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова уҙғарған коронавирусты иҫкәртеү һәм сикләү буйынса оператив штаб ултырышында сығыш яһаны. Ултырышта һаулыҡ һаҡлау системаһының йәнә киҫкенләшә барған пандемия шарттарына әҙерлеге, сит илдәр менән авиабәйләнештәр тергеҙеү мөмкинлеге тикшерелде. Республика башлығы тыуған яғына ҡайта алмай Башҡортостанда туҡтарға мәжбүр булған Ҡырғыҙстан граждандары хаҡында, төбәктә  сирҙе иҫкәртеү саралары тураһында ла һөйләне.

Яңы медицина учреждениеһында шулай уҡ хирургия һәм балалар бүлеге лә урынлашасаҡ. Радий Хәбиров Татьяна Голикованы йоғошло ауырыуҙар госпитален асыу тантанаһына Башҡортостанға саҡырҙы. Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары республикаға күптән килергә теләүен белдерҙе.

Фото №1 - Радий Хәбиров коронавирусты иҫкәртеү һәм сикләү буйынса оператив штаб ултырышында сығыш яһаны

Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ