Йәрмәкәй районы Спартак ауылы табип амбулаторияһында капиталь ремонт тамамланды

Былтыр бинала эске биҙәкләү эштәре башҡарылһа, быйыл ул тышҡы яҡтан заманса төҫ алды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылдың декабрендә республика етәксеһе Радий Хәбиров эш сәфәре барышында медицина учреждениеһын төҙөкләндерергә ҡушҡайны. Ошо маҡсатта ҡаҙнанан аҡса бүленә. Яңырыу кисергән табип амбулаторияһы эшмәкәрлеге менән БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина танышты.

Табип амбулаторияһынан халыҡ өҙөлмәй. Йәрмәкәй районы Спартак ауылы үҙәгендә урынлашҡан дауалау учреждениеһы меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Капиталь ремонттан һуң бында ҡала поликлиникаһындағы кеүек шарттар булдырылған. Сағыу төҫкә ингән кабинеттар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Урындағы халыҡ ауылға йүнәлтмә буйынса йәш белгестең ҡайтыуына ла һөйөнә. Динара Йосопова Башҡорт дәүләт медицина университеты ординатураһын тамамлап, бында өс аҙна элек кенә участка терапевы булып эш башлаған.

Быға тиклем Динара Йосопова Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләгән. Йәш белгес һәр ваҡыт күңеле менән ауыл еренә ынтылыуын билдәләй. Үҙе сығышы менән Бәләбәй ҡалаһынан. Йәрмәкәй районы Спартак ауылына ул ғаиләһе менән күсеп килгән

Ауылда эш урыным буйынса өс бүлмәле фатир бирҙеләр. Был минең өсөн  мөһим ине, ныҡ ҡыуандым. Тормош иптәшем дә Бәләбәйҙән күсенеүгә ҡаршы килмәне. Табип амбулаторияһы коллективы ла  йылы ҡаршы алды, изге күңелле кешеләр эшләй.

Динара Йосопова, Спартак ауылы табип амбулаторияһы мөдире, участка табибы

Табип амбулаторияһында айырым прививка, процедура, педиатр кабинеттары бар. Көндөҙгө стационар эшләй. Ул өс койка-урынға иҫәпләнгән. Медицина учреждениеһында капиталь ремонт ойоштороуға республика ҡаҙнаһынан яҡынса биш миллион һум аҡса йүнәлтелә, төҙөкләндереү эштәре ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамлана. Утыҙ йыл элек күтәртелгән бина хәҙер ауылдың биҙәге, халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлаусы төп объект.

Йәш белгес Динара Йосопова көнөнә тиҫтәнән ашыу кешене ҡабул итә. Эш урынында ул тәүлек әйләнәһенә эшләргә әҙер. Шул уҡ ваҡытта яңы йортона ла ашҡынып ҡайта. Ваҡытлыса бүленгән торлаҡ табип һөнәре буйынса нығыныуға көс-дәрт өҫтәй.

Гөлназ Хәйбуллина.