Өфөнөң Көнсығыш ҡапҡаһы 2023 йыл аҙағында асыласаҡ

Бөгөн объектта төҙөлөш барышын Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Рәиф Абдрахимов ҡараны. Ике федераль трассаны тоташтырасаҡ проект автомобилдәр өсөн тоннель, Өфө йылғаһы аша күпер, М-5 трассаһына тиклем яңы юлды үҙ эсенә ала. Уның дөйөм хаҡы 33 миллиард ярым һум кимәлендә баһалана. Әлегә өс участкала ла төҙөлөш дауам итә.

Салауат Юлаев проспекты яғынан тоннелдә тау үткәүеле эштәре ойошторолған, Көнсығыш портал йүнәлешендә ер ишелмәһен өсөн саралар күрелә. Эстакада терәүе фундаментын ҡуйыуға ла әҙерлек бара. Объектта 750 кеше эшләй, 130 техника йәлеп ителгән. Октябрҙә Өфө йылғаһы яғынан заманса технология буйынса тоннель һалына башлай.

Фото №1 - Өфөнөң Көнсығыш ҡапҡаһы 2023 йыл аҙағында асыласаҡ

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ