Башҡортостанда агросәнәғәт комплексының мәғлүмәти системаһы барлыҡҡа киләсәк

Был турала Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров видеоконференция тәртибендә үткән хөкүмәт ултырышында белдерҙе.

Система 2018 йылда уҡ эшләнә башлаған. Уға инер өсөн һәр ауыл хужалығы тауарҙары етештереүсеһенең шәхси сәхифәһе буласаҡ. Уның аша субсидия алыу өсөн ғариза тапшырырға мөмкин. Һөҙөмтәлә дәүләт ярҙамын алыу процедураһы күпкә еңеләйәсәк.

Фото №1 - Башҡортостанда агросәнәғәт комплексының мәғлүмәти системаһы барлыҡҡа киләсәк

Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ