Быйыл Башҡортостанда 2185 подъезда ремонт планлаштырылғайны. Дөйөм алғанда республика программаһында күп фатирлы 699 йорт ҡатнаша. 1 сентябргә барлыҡ төҙөкләндереү эштәре тамамланырға тейеш ине, әммә коронавирус пандемияһына бәйле ҡайһы бер объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты күсерелде. Подъездарҙа ремонт ҡасан тамамланыр? Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Подъездың заманса төҫ алыуы милекселәр өсөн оло ҡыуаныс. Стәрлетамаҡ районы Рощинский ауылындағы ике ҡатлы йорт быйыл республика программаһы нигеҙендә төҙөкләндерелә. Эске яҡтан биҙәкләү эштәренән тыш, подъезға ингән урын тулыһынса яңыртыла.
Быйыл Стәрлетамаҡ районының биш ауылында күп ҡатлы туғыҙ йорттоң подъездары яңырыу кисерә. Ремонт эштәренә дүрт миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Бөгөн район хакимиәте подрядсы ойошмалар һәм төбәк операторы вәкилдәре менән республика программаһында ҡатнашып, төҙөкләндерелгән объекттарҙы тикшерҙе.
Стәрлетамаҡ районы буйынса дәғүәләр булмай. Шулай ҙа дөйөм алғанда Башҡортостан буйынса етешһеҙлектәр юҡ түгел. Стеналағы буяуҙың ҡубыуы, стенала штукатурка ҡатламының ҡойолоуына бәйле иҫкәрмәләр яһала. Ә бына сымдар өсөн кабель-каналдар ҡуйылмауы подрядсы ойошманан ғына тормай.
Республикала быйыл ике меңдән ашыу подъезда ремонт эштәре ойошторола. Ошо маҡсатта ете йөҙ миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Сумманың төп өлөшө республика ҡаҙнаһынан, ҡалғанын муниципалитеттар ҡаплай. Программа төбәктә икенсе йыл тормошҡа ашырыла, уның төп маҡсаты күп фатирлы йорттарҙа йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырыу.
Гөлназ Хәйбуллина




