“Өфө” футбол клубы тренерһыҙ ҡалды

“Өфө” футбол клубы тренерһыҙ ҡалды

Вадим Евсеев отставкаға китте. Клуб һәм тренер ошо турала килешкән. Вадим Евсеев “Өфө” футбол командаһын 2019 йылдың мартында етәкләне. Ошо ваҡыт эсендә 55 матч үткәрҙе.

Фото №1 - “Өфө” футбол клубы тренерһыҙ ҡалды

Быйыл Рәсәй Премьер-лигаһында “Өфө” уңышлы сығыш яһай алмай. 10 турҙан һуң команда ни бары 15-се урында килә. Әле “Өфө” футбол клубы тренеры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Арыҫлан Хәлимбәков тәғәйенләнде. Яңы тренерҙың  исеме ошо көндәрҙә иғлан ителәсәк.        

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ