Башҡортостанда 44 ауыл клубы “Бәләкәй Ватан мәҙәниәте” проекты конкурсында ҡатнашҡан

Уларҙың заявкалалар махсус комиссия тикшереп еңеүселәрҙе асыҡлай. Еңеүсе мәҙәниәт йорттарына матди-техник базаһын нығытыу өсөн бюджеттан субсидия бүленә.

Бында күп функциялы социаль-мәҙәни усаҡтар барлыҡҡа килә. Беҙҙең  республика проектта 2017 йылдан ҡатнаша. Ошо ваҡыт эсендә 77 мәҙәниәт йорто төҙөкләндерелде. Быйыл “Бәләкәй Ватан мәҙәниәте” проектында 15 ауыл клубы ҡатнашты. Бөгөнгә 10 яңыртылған мәҙәниәт йорто асылды, тағы 5-һе яҡын арала эшләй башлай.