Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа ошо турала закон проекты әҙерләнгән. Уны 18 ғинуарҙа билдәләргә тәҡдим ителә. 1974 йылдың тап ошо көнөндә Советтар Союзында "Хеҙмәт ветераны" тигән миҙал булдырыла. Яңы иҫтәлекле көн төрлө тармаҡ ветерандарына, хеҙмәт кешеһенә хөрмәт күрһәтеү, йәштәргә дөрөҫ тәрбиә биреүгә булышлыҡ итәсәк,тип белдерҙе Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышы 29 октябргә планлаштырылған.





