Вице-премьер Рәиф Абдрахимов эштәр барышы менән танышты. Был объект әле Волга буйы федераль округында иң ҙур транспорт проекты булып тора. Дөйөм хаҡы 33 миллиард ярым һумға баһалана. Әле алып барылған эштәр тураһында төҙөүсе Рәшит Изгин һөйләй.
Өфөнән Көнсығыш юл ике федераль трассаны тоташтыра. Проект автомобилдәр тоннелен, Өфө йылғаһы аша күперҙе һәм унан һуң М-5 трассаһына тиклем юлды эсенә ала. Объектты 2023 йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.





