Республика парламентында һалым ҡануниәтенә төҙәтмәләр әҙерләнә. Уларға ярашлы, социаль йүнәлешле коммерция булмаған ойошмалар, ҡунаҡханалар, майҙаны 5 мең квадрат метрҙан ҙур булған сауҙа комплекстрына һалым ташламалары ҡарала. Финанс министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, льгота алыу өсөн бер нисә шарт үтәлергә тейеш - хеҙмәткәрҙәрҙе ҡыҫҡартырға ярамай, ҡуртым түләүен кәметеүҙәре, минималь хеҙмәт хаҡынан юғары эш хаҡын түләүҙәре мотлаҡ. Бизнес өсөн ярҙамдың икенсе өлөшө Республика бюджетына ла йоғонто яһай, быйыл табыш 2 миллиард 400 миллион һумға аҙыраҡ була.





