Урындағы халыҡ көтөүгә оҙатылған һарыҡҡа бүре, йә берәҙәк эттәр һөжүм иткән тигән фекерҙә. Таланған малды Иҫке Киҙгән ауылында йәшәүсе Илфат Ғәлишин видеоға төшөрөп интернетҡа һалған.
Малдарҙың таланыуын республика Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре тикшерә.





