“Салауат Юлаев” хоккейсылары бөгөнгө уйынға яңы составта сыға

“Салауат Юлаев” хоккейсылары бөгөнгө уйынға яңы составта сыға

Командалағы төп уйынсыларҙан 6 кеше һауыҡҡан, шул иҫәптән ҡапҡасы Юха Метсола, һаҡсы Павел Коледов һәм 4 һөжүмсе – Данил Башкиров, Александр Кадейкин, Владислав Картаев һәм Вячеслав Солодухин.

Фото №1 - “Салауат Юлаев” хоккейсылары бөгөнгө уйынға яңы составта сыға

Новосибирскиҙан “Себер”  менән  уйын әлеге минуттарҙа “Өфө-Арена”ла башланып тора.  Быға тиклем юлаевсыларҙың күпселеге ауырып китеү сәбәпле команда йәштәр составы менән уйнарға мәжбүр булды. Әле тағы ла 12 уйынсы үҙ командаһы өсөн сығыш яһай алмай.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ