Башҡортостанды алға әйҙәүселәр

Республика көнө алдынан Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына юғары дәүләт наградаралын тапшырҙы.Тантаналы сарала Салауат Юлаев һәм Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премиялар лауреаттары ла тәбрикләнде. Төрлө өлкәлә уңыш ҡаҙаныусылар менән БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина ла осрашты.

Башҡортостан кино сәнғәте өсөн оло еңеү. «Беренсе республика» тулы метражлы нәфис фильмы режиссеры Булат Йосопов менән сценарий авторы Гөлсәсәк Саламатова – Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары. ыл  әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә иң юғары награда. Фильм үҙе өс-дүрт ай эсендә төшөрөлһә лә, уның өҫтөндә эш бер-нисә йыл дауам иткән. Әҫәрҙә йәш Башҡорт республикаһының күкрәп сәскә атҡан ваҡыты һүрәтләнә.

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы быйыл «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле өсөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов менән баш рәссам Альберт Нестеровҡа ла тапшырылды. Рәссам Хәтип Фазылов та әҫәрҙәрендә «Тыуған яҡ образын» сағылдырып, халыҡ күңелен яуланы.

Балалар, үҫмерҙәр өсөн ижад итеүселәр Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына дәғүә иткәйне. Еңеүсе берәү генә, абруйлы награданы танылған яҙыусы Гөлнур Яҡупова «Тылсымлы ҡәләм» китабы өсөн алды.

Республика көнө алдынан юғары дәүләт наградалары – Ватан алдындағы хеҙмәт, Халыҡтар дуҫлығы, Салауат Юлаев, Григорий Аксаков ордендары ла тапшырылды. Радий Хәбиров бүләкләнеүселәрҙе тәбрикләп, һәр кемдең Башҡортостан ғорурлығы, алтын фонды булыуын билдәләне.

Мәғариф, фән, һаулыҡ һаҡлау, сәнәғәт, иҡтисад һәм сауҙа өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләп, уңыш ҡаҙаныусылар ҙа маҡтаулы исемдәр, Почет грамоталары алды. Бүләкләнеүселәр араһында пенсия фонды белгесе лә бар.

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Миңзифа Исҡужина менән композитор, йырсы Зифа Нагаева Башҡортостандың халыҡ артисы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Күләмле сараның Республика көнө алдынан үтеүе айырыуса әһәмиәтле. Бүләкләнеүселәрҙең барыһы ла үҙҙәрен тыуған яғы – Башҡортостан өсөн янып-көйөп йәшәүсе шәхес итеп таныта. Юғары дәүләт наградалары – фиҙаҡәр хеҙмәткә лайыҡлы баһа.

Гөлназ Хәйбуллина.