Бөгөн Республика Йортонда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы тапшырылды

Быйыл журналистика өлкәһендәге мәртәбәле наградаға өс журналист лайыҡ булды. Зөһрә Ҡотлогилдина оҙаҡ йылдар «Йәншишмә» гәзитендә эшләне. Билдәле шағирәнең шиғырҙарына бик күп йырҙар ижад ителгән. Зөһрә Ҡотлогилдина һуғыш йылы балалары хаҡында китап яҙған. Премия тап ошо хеҙмәте өсөн тапшырылды.

Нур Ҡәҙербаев спорт журналисы. Ул «Йәшлек» гәзитендә эшләй. «Республика көнө алдынан абруйлы премияға лайыҡ булыуым бөтә коллективҡа ҙур бүләк», - ти ул.

Башҡортостан хөкүмәте премияһының быйылғы лауреаттары сафында «Молодежная газета» хәбәрсеһе Эмилия Завричко ла бар. Ул премияға социаль темаларға арналған мәҡәләләре өсөн лайыҡ булды. Автор сирләп тороу сәбәпле, тантанала премия танытмаһы уның вәкиле «Молодеждная газета» баш мөхәррире Елена Киселеваға тапшырылды. Шәһит Хоҙайбирҙин премияһы беренсе тапҡыр 1989 йылда тапшырылды. Йылдан-йыл журналистар бүләгенә дәғүә итеүселәр арта, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Матбуғат һәм киң коммуникациялар агентлығынан.

Рафиҡ Әхмәтшин.