Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттән белдереүҙәренсә, препарат 1 мең һумдан артмаҫҡа тейеш. Ә ваҡыт үтеү менән хаҡы арзаная бара.
Микробиология һәм эпидемиология үҙәге белгестәре донъяла тәүгеләрҙән булып COVID-19-ҙан вакцинаны теркәне. Әле «Спутник V» препараты һынау үтә. Ул киләһе йылдан һатыуға сығарыла. Бынан тыш, Новосибирск ғалимдары «ЭпиВакКорона» тигән вакцина уйлап тапты. Ул күпләп ноябрҙә етештерелә башлай. Беренселәрҙән булып вакцина табиптарға һәм уҡытыусыларға яһала.




