Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында дүртенсе йыл рәттән «Аҡтайлаҡ» уҡсылар клубы эшләп килә. Уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәрен башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Зөһрә Кинйәбаева алып бара.
Түңәрәктә 7 йәштән алып 12 йәшкә тиклемге балалар ике төркөмдә шөғөлләнә. Башта бөтә клубҡа ике ян ғына булһа, хәҙер һәр кем Мәскәү, Омск, Өфө оҫталарынан уҡ-һаҙаҡ эшләткән. Уҡыусылар ҡышҡыһын мәктәп спорт залында, йәй стадионда, йә иһә Торатау итәгендә 10-15 метр алыҫлыҡҡа атырға өйрәнә. Күптән түгел улар атта ла һыбай йөрөй башлаған.
Гөлназ Хәйбуллина.




