Ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов белдереүенсә, әле буласаҡ объекттың урыны таҙартыла, унда махсус техника эшләй.
Башҡоростанда коронавирус менән ауырыусылар арта барыуы күҙәтелә, шуға бәйле тағы бер инфекция үҙәге төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Стәрлетамаҡтағы дауахана быйыл декабрҙә асылырға тейеш.





