Был турала социаль селтәрҙә дауахананың баш табибы Шамил Булатов хәбәр иткән.
Уның белдереүенсә, Өфөнөң 22-се ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы ковидарийға үҙгәртелеүгә бәйле, Ҡыуатов дауаханаһы ашығыс хирургия медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн ваҡытлыса яңы статус ала. Быға бәйле, медицина учреждениеһының ҡабул итеү-диагностикалау бүлегендә тиҙ арала айырым инеү урыны эшләнгән, ул тулыһынса медицина ҡорамапдары менән йыһазландырылған.




