Баймаҡ районында ла дәүләт программаһы ярҙамында мәшғүлек мәсьәләһен хәл итеүселәр байтаҡ. Уларҙың береһе хаҡында киләһе сюжетта.
Күптән түгел Радик Зәйнәғәбдинов автономлы ҡаҙанлыҡта оператор булып эш башланы. Балалар баҡсаһын йылылыҡ менән тәьмин итеү хәҙер уның яуаплылығында. Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге эш эҙләүсе гражданға ярҙам күрһәтте.
Граждандарҙы эшкә урынлаштырыу – мохтаж граждандарға социаль килешеү нигеҙендә адреслы ярҙам күрһәтеүҙең бер йүнәлеше. Уның сиктәрендә, хеҙмәт урыны менән тәьмин ителгән граждан эш хаҡынан тыш, өс ай дауамында өҫтәмә аҡса аласаҡ.
Аҙ тәьмин ителгәндәр өсөн булдырылған программа граждандарҙың матди хәлен яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Илдәге ҡатмарлы осорҙа, күптәре килемдәрен юғалтҡан ваҡытта дәүләт ярҙамы бик урынлы.
Әлфиә Хәмитова.




