Республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса мәктәптәрҙә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов кластары ойошторолдо. Улар быйыл Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында, Өфөнөң 44-се һәм 162-се полилингваль күп профилле мәктәптәрендә асылды. Илһөйәр һәм көслө рухлы быуын менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты
Колонна залы буйлап Башҡортостан, Рәсәй флагтарын, 112-cе Башҡорт кавалерия дивизияһының байрағын тотҡан саф үтә. Йәш шайморатовсыларға ҡабул итеү тантана хужалары өсөн генә түгел, республика өсөн мөһим ваҡиға. Дәүләт гимндары яңғырағандан һуң, ҡыйыу һәм тәүәккәл үҫмерҙәрҙе төбәк етәксеһе Радий Хәбиров сәләмләне.
Йәш шайморатовсылар тантаналы шарттарҙа легендар генерал исемен намыҫ менән йөрөтөргә, тыуған яғының лайыҡлы улдары һәм ҡыҙҙары булырға, Ватан алдындағы бурысты үтәргә һәм «Салауат тоҡомдары артҡа сигенә белмәй» девизына тоғро ҡалырға ант бирҙе. Шайморатов кластары Өфөнөң өс белем усағында эшләйәсәк.
Шайморатов кластарында уҡыусыларға берҙәм мәктәп формаһы индерелә, уҡыусылар ҡаҙаныштары өсөн «Йәш шайморатовсы» билдәһе менән бүләкләнә. Мәктәптәрҙә легендар комдивҡа арналған кабинет-музейҙар ойошторола. Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназия-интернатының 7-cе «Г» синыфына эләгеү өсөн белем дә, физик әҙерлек тә талап ителгән. Һөҙөмтәлә 25 үҫмер һайлап алына, барыһы ла егеттәр.
Гимназияла «Йәш шайморатовсылар» информатика-технология йүнәлешендә белем ала. Башҡорт, инглиз телдәрен өйрәнеүгә, техник һөнәрҙәр үҙләштереүгә баҫым яһала. Реаль математика, робототехника буйынса дәрестәр ҙә буласаҡ.
Милли көрәштән тыш, үҫмерҙәр уҡтан атырға, йөҙөргә, һыбай йөрөргә лә өйрәнәсәк. Хәрби әҙерлек дәрестәрендә физик яҡтан көслө, рухлы быуын тәрбиәләү маҡсаты ҡуйылған. «Йәш шайморатовсы» булыу үҙенә күрә маҡтаулы ла, яуаплы ла. Ҡаһарманлыҡ мәктәбендә тыуған еренең, иленең ысын патриоттары үҫә.
Рафик Әхмәтшин.




