Иглин районы Көҙәй ауылы мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт тамамланды

Урындағы хакимиәттән хәбәр итеүҙәренсә, бинала йылытыу, электр ҡорамалдары, канализация, һыу тәьминәте системаһы яңыртыла, тәҙрә-ишектәрҙе алмаштырал

Төҙөлөш эштәре «Мәҙәниәт» милли проектының «Мәҙәни мөхит» төбәк проекты гранты иҫәбенә финанслана. Хәҙер концерттар ҙа яңы сәхнәлә үтә. Шаршау, заманса музыка, яҡтыртыу ҡорамалдары һатып алынған. Тамаша залы заманса төҫ алған. Клубта балалар өсөн дә уйын бүлмәһе ойошторола.

Гөлназ Хәйбуллина.