Ярыш Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә ойошторола. Унда шәхси һәм команда беренселеге буйынса Республика Башлығы призына ярыштар уҙа. “Башҡортостанда ошондай турнирҙың үтеүе беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс”, - тип белдерҙе Радий Хәбиров ярышты асыу тантанаһында.
Турнирҙа Рәсәйҙең 34 төбәгенән 300-ҙән ашыу спортсы ҡатнаша. Улар 10 ауырлыҡ категорияһында сығыш яһай.





