Өфөлә яңы граффити барлыҡҡа килде

Зәки Вәлиди урамындағы 1-се йорт стенаһын хәҙер Ғабдрахман Ҡадировтың һүрәте биҙәй. Донъяның иң күренекле мотоуҙышсыларының береһе был йортта 1972 йылдан 1993 йылға тиклем йәшәгән.

Быға тиклем унда мемориаль таҡтаташ ҡуйылған булһа, бынан ары сағыу портрет та биҙәй. Донъя чемпионының һүрәте Киров районының 85 йыллығы уңайынан төшөрөлгән.