Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сығышында республика үҫешенә тос өлөш индергән яҡташтарыбыҙға рәхмәт белдерҙе.
“Республика көнөн ҡатмарлы осорҙа билдәләйбеҙ. Пандемияға бәйле Башҡортостан да ныҡлыҡҡа һыналды һәм ул был имтиханды уңышлы үтте”, - тине Радий Хәбиров.
Радий Хәбиров белдереүенсә, ауыл медицинаһын тергеҙеүгә ҙур көс һалына. Быйыл 111 фельдшер-акушер пункты, 3 табип амбулаторияһы асыла. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, республикаға инвестиция һалыусылар арта.
Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров республика үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәргә дәүләт наградалары ла тапшырҙы. Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Виктор Пчелинцев Григорий Аксаков ордены менән бүләкләнде.
Виктор Пчелинцев Башҡортостандың хоҡуҡи нигеҙҙәрен булдырыуға ҙур өлөш индергән шәхестәрҙең береһе. Оҙаҡ йылдар Башҡортостан рустары Соборы рәйесе була.
Фотоһүрәт : "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы сайтынан алынды.





