Тарихи-документаль проект Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңнеғәле Шайморатовҡа арнала. Зөһрә Бураҡаев сценарийы Милли һәм Хәрби-тарихи музейҙар фондарынан алынған документаль сығанаҡтарға нигеҙләнгән. Ҡуйыусы режиссеры билдәле актер Хөрмәтулла Үтәшев. Быйыл генерал-майорға бағышланған спектакль Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театрында ла ҡуйылды.






