«Беҙ паркка бар күңелебеҙҙе һалдыҡ»

Был турала Радий Хәбиров Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге «Беренсе май» паркын асыу тантанаһында белдерҙе. Республика башлығы ҡушыуы буйынса өс тиҫтә йыл элек төҙөлгән парк, ниһайәт, яңырыу кисерә. Әле биләмәлә яңы арт-объекттар, сағыу фотозоналар, амфитеатр һәм спорт майҙансыҡтары эшләй башланы. Был хаҡта ентекләберәк БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән репортажда.

Черниковка биҫтәһендә йәшәүселәр Республика көнөнә оло бүләк алды. «Моторҙар төҙөү» мәҙәниәт һарайы эргәһендәге «Беренсе май» паркы файҙаланыуға тапшырылды. Әммә ремонт эштәре барышында ла биләмәнән ял итеүселәр өҙөлмәне. Скандинав атлау менән шөғөлләнергә яратыусылар тренировканы ҡалдырырға тырышмай. Иртәнге күнекмәләр, уңайлы һуҡмаҡ буйлап саф һауала йөрөү – сәләмәтлек сере, тип уртаҡлаша спорт һөйөүселәр.

Өй хайуандары менән йөрөүселәрҙең дә ҡыуанысының сиге юҡ, бында махсуслашҡан майҙансыҡ сафҡа инде. Кәртәләнгән биләмә төрлө күнекмәләр үткәреү өсөн ҡоролмалар менән йыһазландырылған. «Беренсе май» паркы спорт менән шөғөлләнеү, ғаилә менән ял итеү өсөн ҡулайлы. Бында балалар майҙансығы киңәйтелә, уйын зонаһы өҫтәлә. Шулай уҡ урында йәшәүселәр баскетбол, волейбол, теннис һәм ҡышҡыһын хоккей менән шөғөлләнә ала.

7 гектар урынды биләгән паркты реконструкциялау былтыр башлана. Яңы яҡтыртыу ҡоролмалары, видеокүҙәтеү камералары ҡуйыла, һыу менән тәьмин итеү системаһы, канализацияның тышҡы селтәре ҡорола, быуа нығытыла. Мөмкинлекәтәре сикләнгәндәр өсөн уңайлы мөхит булдырыла. Ә артистар өсөн йыл әйләнәһенә киң сәхнә эшләйәсәк. Төҙөүселәргә ремонт эштәрен Республика көнөнә тамамлау бурысы ҡуйыла.

Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан ял үҙәген асыу сараһында республика етәксеһе Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Владимир Якушев  ҡатнашты.

Федераль министр төҙөкләндереү эштәрен юғары баһаланы. Владимир Якушев белдереүенсә парк ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн матур ял урынына әйләнәсәк

Әлеге парк Черниковка биҫтәһе халҡының ғорурлығы булыр һәм киләсәктә лә ял итеүселәрҙең яратҡан урыны булып ҡалырына шик юҡ.

Фото №1 - «Беҙ паркка бар күңелебеҙҙе һалдыҡ»

Әлфинә Килдейәрова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ