Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһы яңы ижад миҙгелен башлай

“Тамашасыларға ҡыҙыҡлы проекттар әҙерләнек”, - ти каналдың баш мөхәррире Гүзәл Хәмитова.

Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһы яңы ижад миҙгелен башлай

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы логотибын да үҙгәртә. “Банан” студияһы менән берлектә яңы эмблема булдырылған. Бөгөн телеканалда “Байрам менән, республика” марафоны үтә. Яңы логотип тура эфирҙа тәҡдим ителә.