Республика көнө алдынан Өфөлә байрамға арналған тантаналы ултырыш үтте

Республика көнө алдынан Өфөлә байрамға арналған тантаналы ултырыш үтте
Фото №1 - Республика көнө алдынан Өфөлә байрамға арналған тантаналы ултырыш үтте

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сығышында республика үҫешенә тос өлөш индергән яҡташтарыбыҙға рәхмәт әйтте.

“Республика көнөн ҡатмарлы осорҙа билдәләйбеҙ. Пандемияға бәйле Башҡортостан да ныҡлыҡҡа һыналды һәм ул был имтиханды уңышлы үтте”, - тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, ауыл медицинаһын тергеҙеүгә ҙур көс һалына. Быйыл 111 фельдшер-акушер пункты, 3 табип амбулаторияһы асыла.

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта яңы инфекция дауаханаһы төҙөлөшө урынында ла булды. Бында ул күсмә кәңәшмә уҙғарҙы.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ