Бөтә тармаҡтарҙа ла үҫеш күҙәтелә. Был турала Республика көнөнә арналған тантаналы ултырышта Рәсәй төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев белдерҙе.
Республика көнө уңайынан бөгөн барлыҡ район һәм ҡалаларҙа тантаналы ултырыштар, күңел асыу саралары, спорт ярыштары үткәрелә, яңы объекттар файҙаланыуға тапшырыла. Төп тамаша-тантаналар Өфөлә була – бында бер юлы дүрт байрам билдәләнә. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 11 октябрҙә Республика һәм Рәсәй көнө, Өфөнөң 446 йыллығы һәм Салауат Юлаевтың тыуыуына 266 йыл тулыу билдәләнә.





