Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөндән 22-се ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы инфекция сирлеләрҙе ҡабул итә башлай.
Коронавирус йоҡторған, вируслы пневмония һәм башҡа инфекция менән сирле пациенттар өсөн 300 урын әҙерләнгән. Тиҙ медицина ярҙамын Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы күрһәтә.




