Балалар уйын майҙансығы урынына – күп ҡатлы йортҡа нигеҙ

Өфөнөң Ленин районында йәшәүселәр тамамланмаған төҙөлөштө ер менән тигеҙләүҙе талап итә. Милекселәр әйтеүенсә, котлован сүп-сар өйөмөнә әйләнеп бара. Биләмәлә ҡасан балаларҙың шат тауышы яңғырар? БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Күп ҡатлы дүрт йортҡа бер генә балалар уйын майҙансығы. Бәләкәй ҡаласыҡта күңел асыуға көн дә сират. Милекселәр билдәләүенсә, Өфөнөң Әхмәтов, Шмитд урамдарындағы йорттарҙа фатир һатып алғанда, уларға бер нисә урында балалар уйын майҙансығы буласаҡ тип һүҙ бирелә. Төҙөлөш эштәрен планлаштырыу проекты ла була. Әммә компания генераль планға үҙәрештәр индереп, вәғәҙәләнгән объект урынында күп ҡатлы йортҡа нигеҙ һала башлай.

Урындағы халыҡ күп ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөнә ҡаршы сығып, төрлө ведомстволарға хаттар яҙа, мөрәжәғәттәр ҡалдыра. Һөҙөмтәлә ҡала хакимиәте төҙөлөшкә рөхсәтте кире ала. Эш туҡтатыла. Биләмә ташландыҡ участкаға әйләнә.

Нигеҙ өсөн ҡаҙылған соҡорға ҡайһы берәүҙәр сүп-сар түгә башланы, берәҙәк эттәр эйәләште. Ихатала балалар күп, улар өсөн борсолабыҙ. Ташландыҡ участка машиналар хәрәкәтенә лә ҡамасаулай.

Светлана Зиннәтуллина, Өфөлә йәшәүсе

Өфө ҡалаһы хакимиәтендә котлован тиҙҙән юҡҡа сығасаҡ тип белдерҙеләр. Әммә уның урынында күп ҡатлы йорт барлыҡҡа килеүе ихтимал. Бер йыл элек төҙөлөш компанияһы чиновниктарҙы судҡа биргән, һөҙөмтәлә хакимиәттең төҙөлөшкә бирелгән рөхсәте үҙ көсөндә ҡала. Әлегә социаль инфраструктура, парковка урындарына бәйле биләмә планировкаһы буйынса яңы документтарҙы раҫлау үтә. Ул мотлаҡ рәүештә йәмәғәт тыңлауҙарында ҡараласаҡ.

Фото №1 - Балалар уйын майҙансығы урынына – күп ҡатлы йортҡа нигеҙ

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ