Өфө амфитеатрында Республика көнөнә арналған концертҡа утыҙ меңдән ашыу кеше тамаша ҡылған

Байрам сараһында Рәсәй, донъя кимәлендә билдәле яҡташтарыбыҙ сығыш яһаны. Сәнғәт юлын һайлап, ижадында тыуған яғын данлаусы артистар менән БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина осрашты.

Радик Юлъяҡшин Өфөләргә «Ғәфү ит мине» тип аталған өр-яңы йырын тәҡдим итте. Республика көнөнә арналған концертта ул тәүгеләрҙән булып сығыш яһаны. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы байрам алдынан яңы вазифаға ла тәғәйенләнгәйне. Хәҙер ул төбәк башлығының мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса йәмәғәт башланғысындағы кәңәшсеһе. Талантлы яҡташыбыҙҙың киләсәккә пландары юғары. «Йондоҙҙар фабрикаһы» ойоштороп, донъя кимәлендәге артистар үҫтерергә йыйына.

Башҡортостан гимны яңғырағандан һуң, сәхнәгә «Зәйнетдин» этнопроекты сыҡты. Сағыу костюмдар, дәртле бейеүҙәр, ҡубыҙ моңдары – йәш артистар тамашасыларға байрам кәйефе бүләк итте.

Башҡортостанда йәшәүселәр берҙәмлеге менән дә көслө. Йөҙҙән ашыу милләтте ҡосағына алған республика һәр ваҡыт үҫеш юлында. Өфөләге концертҡа башҡа район-ҡалаларҙан, сит өлкәләрҙән дә килгәйнеләр. Коронавирус пандемияһына бәйле, биләмәлә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре көсәйтелгәйне. Һәр кемдең температураһы үлсәнде, социаль дистанция һаҡлау, мотлаҡ битлектә булыу талап ителде.

Сәхнәгә сыҡҡан һәр артист өсөн Башҡортостан тыуған төйәк кенә түгел, илһам сығанағы ла. Билдәле хип-хоп башҡарыусы Томас Мраз тәбиғәткә ғашиҡ булыуын билдәләне.

«Люмен» төркөмө байрамды тағы ла ҡыҙҙырҙы. Артистар йырҙарының күбеһе Өфө, Башҡортостан менән бәйле булыуын билдәләне. Яҡташтар алдында сығыш яһау – икеләтә яуаплы һәм тулҡынландырғыс.

Күләмле сараның хедлайнеры булараҡ танылған музыкант Юрий Шевчук сығыш яһаны. Тамашасыларға ул өс сәғәтлек сағыу шоу-программа тәҡдим итте. Сәхнәлә таныш йырҙар яңғыраны, уларҙың барыһы ла Башҡортостанға, уның тырыш халҡына һөйөү менән һуғарылған. Концертҡа  утыҙ меңдән ашыу кеше тамаша ҡылды.

Талантлы яҡташыбыҙ Юрий Шевчук тамашасыларға башҡортса өндәшеп, көрәшеп түгел, ә яратып-яратылып йәшәргә саҡырҙы. Билдәле рок-төркөмдөң Өфө амфитеатрындағы сығышы октябрь аҙағында Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ла күрһәтеләсәк.

Гөлназ Хәйбуллина.