Коммерция булмаған ойошмалар үҙ кандидаттарын тәҡдим итә ала. Ҡануниәткә ярашлы, Йәмәғәт палатаһының өстән бер өлөшөн Республика Башлығы, икенсеһен Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай раҫлай. Аҙаҡ яңы тәғәйенләнгән палата ағзалары йәмәғәт ойошмалары кандидаттары араһынанан башҡаларын һайлап ҡуя.





